-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
10 Декабрь 2021, 14:00

65 йәштән өлкәнерәктәр вакцинаны ҡайҙа яһата ала?

Дәүләкәндә 65 йәштән өлкәнерәктәр дауаханаға барып тормай ғына вакцинация үтә ала.

65 йәштән өлкәнерәктәр вакцинаны ҡайҙа яһата ала?
65 йәштән өлкәнерәктәр вакцинаны ҡайҙа яһата ала?

Улар имен-аман һәм артыҡ мәшәҡәтһеҙ генә вакцинация үтә алһын өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырыла.

Башҡортостан Башлығы «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлегенең башланғысын яҡлап сыҡты. Ул «Өлкәндәрҙе ҡайғыртып» тигән проектты тормошҡа ашыра. Проекттың асылы – 65 йәштән өлкәнерәктәр өсөн прививка яһатыуҙы уңайлы итеү. Бының өсөн республика муниципалитеттарында коронавирустан вакцинация үтеү өсөн махсус үҙәктәр асыла. Уларҙа поликлиникаға барып тормай ғына прививка яһатырға мөмкин. Был оло йәштәгеләр өсөн айырыуса уңайлы, сөнки дауаханаға барып, кеше күпләп йыйылған ерҙә инфекция йоҡторам, тип ҡурҡырға кәрәкмәй.

Дәүләкәндә бындай күсмә вакцинация үҙәге ҡаланың үҙәк өлөшөндә, сбербанк ҡаршыһында урынлашҡан һәм асылған көнөнән башлап халыҡ араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Бында табипта беренсел тикшерелеү, термометрия үтергә була. Вакцинация үҙәге көн һайын (шулай уҡ ял һәм бай рам көндәрендә) иртәнге 10-дан 17 сәғәткә тиклем эшләй.

Эшләй башлағандан алып, бында дәүләкәндәрҙең күбеһе булған һәм бер ниндәй ығы-зығыһыҙ, сираттарҙа тормай ғына коронавирустан прививка яһатҡан. Бындай үҙәктәр коронавирусҡа ҡаршы вакцинация үткән 65 йәштән өлкәнерәк кешеләрһең һанын арттырырға ярҙам итә.

Фото: Дәүләкән районының «Берҙәм Рәсәй» йәмәғәтселегенән.

Автор: Галина Бурдилева.

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: