-6 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
3 Ғинуар 2022, 21:00

Ауыл медицинаһына ярҙамға

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә Рассвет ауылында тиҙҙән яңы ФАП асыласаҡ

Ауыл медицинаһына ярҙамға
Ауыл медицинаһына ярҙамға

Уҙған йылдың декабрендә Рассвет ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын монтажлау буйынса эштәр башланды. Ауылда 300-ҙән ашыу кеше йәшәй, шуға был социаль объект ауыл халҡы өсөн айырыуса мөһим. ФАП бында элек тә бар ине, әммә уның ауыл ситендә урынлашыуы һәм заман талаптарына яуап бирмәүе кешеләр өсөн бик уңайлы булманы. Ауыл медицинаһы өсөн яңы медпункт ауыл үҙәгендә, Ветерандар урамы, 13 адресы буйынса урынлашасаҡ.

Бөгөнгө ФАП – бөтә санитар нормаларға һәм талаптарға яуап биргән заманса автономлы модуль. Ул тикшереү һәм процедуралар –прививкалар бүлмәләрен, пациенттарға ҡабул итеүҙе көтөү өсөн урынды, санузел, персонал өсөн кейенеү-сисенеү, препараттарҙы һаҡлау бүлмәләрен үҙ эсенә ала. Бина бөтә кәрәкле коммуникацияларға ла тоташтырыласаҡ, шулай уҡ эҫе һыу менән тәьмин ителәсәк.

Рассвет ауыл Советы башлығы Д.А. Карпов билдәләүенсә, ФАП-ты төҙөгәндә инвалидтарҙы ҡабул итеү өсөн дә бөтә шарттар булдырылған.

Фельдшер-акушерлыҡ пунктында планлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн махсус ҡорамалдар һәм йыһаздар булырға тейешлеге билдәле, әлбиттә. Улар менән Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы тәьмин итәсәк.

Бөгөнгө көнгә ФАП-ты монтажлау буйынса төп эштәр тамамланған. Ирина Анатольевна Кравченко уның мөдире буласаҡ. Ул инде оҙаҡ йылдар дауамында ошо вазифала эшләй. Уны ауыл халҡы яҡшы белә һәм ихтирам итә. Яңы бинала эшләү күпкә уңайлыраҡ буласаҡ, тип күҙаллана. Һаулыҡ һаҡлау бинаһын асыу Яңы йыл байрамдарынан һуң үтәсәк.

Сергей Чиков.

Автор фотоһы.

 

 

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: