-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
13 Ғинуар 2022, 15:45

Антиваксерҙар ҡарашын үҙгәртә

Антиваксерҙар - вакцина тураһындағы имеш-мимештәргә ышанып, вакцина эшләтеүгә ҡырҡа ҡаршы булғандар бөгөн үҙ ҡарашын ыңғай яҡҡа үҙгәртә

Антиваксерҙар ҡарашын үҙгәртә
Антиваксерҙар ҡарашын үҙгәртә

Һуңғы арала республикала, шул иҫәптән беҙҙең  районда ла вакцина яһатыусылар һаны арта.  Хатта, ҡайһы бер төбәктәрҙә халыҡтың 100%-ы  «ҡороғорвирус»ҡа ҡаршы прививка эшләткән. Прививканың тәүге компонентын эшләтеүселәр ҙә, шулай уҡ прививканың икенсегә ҡаҙатыусылар һаны ла арта. Вакцинаның бер тапҡыр ғына яһатыла торғанын һайлаусылар ҙа бар.

Ләкин күптәргә, айырыуса, өлкән йәштәгеләргә,  вакцина эшләтеү еңелдән түгел. Миҫал өсөн  69 йәшлек Риф К. исемле пенсионерҙы алайыҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡансы 40 йылға яҡын водитель булып хеҙмәт һалған.  Быға тиклем вакцина тураһындағы ялған мәғлүмәттәргә ышанған. Өлкән йәштә булғанлыҡтан һәм йорттарынан һирәк сығып йөрөгәнлектән, тәүҙә антиваксер позицияһына тороп, вакцинацияға ҡырҡа ҡаршы була. Прививканы ауыр үткәрермен, тип ҡурҡа.  

Шулай ҙа, күршеләре коронавирус менән ауырып, дауаханаға эләккәс, прививка яһатырға ҡарар итә. Һаҡлыҡ банкы ҡаршыһында эшләгән күсмә медицина пунктына процедураға ҙур икеләнеү менән бара, првивканы нисек үткәрермен, тип хафалана. Уға вакцинаны үҙенә һайларға тәҡдим итәләр. Ул «Спутник-лайт» препаратын һайлай.  Риф К.-ның әйтеүенсә, прививканың бер төрлө кире тәьҫирен дә тоймаған, еңел үткәргән. 

Ҡурҡып йөрөгән көндәрен иҫенә төшөрһә, ир уҙаманы хәҙер йылмайып ҡына ҡуя. Үҙе кеүек икеләнеп, имеш-мимештәргә ышанғандарға официаль мәғлүмәттәргә таянып эш итергә, һаҡланыу сараларын үтәп, вакцинанан баш тартмаҫҡа кәңәш бирә. 

Эйе, бындай осраҡтар бөгөн күбәйә. Антиваксерҙарҙың фекерен ыңғай яҡҡа үҙгәртеүе айырыуса ҡыуаныслы хәл, әлбиттә.

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: