Вакцина яһатыу темаһы әлеге ваҡытта бик көнүҙәк һәм таныштар менән осрашҡанда: "Һин вакцина яһаттыңмы?", тип һорамай ҡалмайбыҙ. Прививка яһатырғамы, юҡмы? Һәр кем үҙе хәл итә. Ул уйланып, аңлы рәүештә эшләнергә тейеш. Беренсе прививканан һуң кешелә һаҡлаусы антиесемдәр барлыҡҡа килә, әммә был процесс оҙаҡ бара һәм улар вирустан һаҡлау һөҙөмтәһен бирә алмай. Икенсеһен яһағандан һуң һөҙөмтә нығытыла, тотороҡло һәм оҙайлы күҙәнәк кимәлендәге иммунитет барлыҡҡа килә һәм 21 көндән һуң үҙеңде тулыһынса вакциналанған тип иҫәпләргә мөмкин. Ә бына"Спутник Лайт" вакцинаһы бер компонентлы, 18-60 йәшлек граждандарҙы вакциналау өсөн рөхсәт ителә. Препарат ауырғандан һуң ярты йыл үтеүгә прививка яһатырға ҡарар итеүселәр һәм яңынан яһатырға теләүселәр өсөн уңайлы. "Спутник Лайт" беренсе тапҡыр вакцина яһатыу өсөн дә ҡулланыла. Был осраҡта прививка тураһында сертификат бер уколдан һуң уҡ бирелә.