0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
17 Ғинуар 2022, 12:35

Йөрәк һәм коронавирус

Гипертонияға, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусар пациенттарҙың яңы коронавирус инфекцияһын йоҡто­роуҙың юғары хәүеф төркөмөн­дә тороуы тураһында күп һөй­ләйҙәр. Бындай пациенттарҙа сир нисек үтә? Уларға ҡаты сирҙән һуң нисек тиҙерәк аяҡҡа баҫырға?

Йөрәк һәм коронавирус
Йөрәк һәм коронавирус

Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланған кешеләр коронавирус инфекцияһын кисергәндән һуң мотлаҡ табип күҙәтеүендә булырға тейеш.

 Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш кардиологы, Кардиология милли медицина тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Сергей Бойцовтың кәңәштәре ауырыуҙар ғына түгел, ә һау-сәләмәт кешеләр өсөн дә әһәмиәтле.

Был сир ауыр үткән хәүеф төркөмөнә инә һәм насар тамамланыу ихтималлығы менән билдә­ле. Коронавирус инфекцияһы йәшәү өсөн мөһим ағзаларҙы һәм система­ларҙы зарарлай. Тәү сиратта - үп­кәгә,  күпмелер дәрә­жәлә йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына зыян килә.  Шунлыҡтан коронавирус инфекцияһының , пнев­монияның барышы һауығыу мөм­кинлеген һиҙелерлек кәметә. Ошо хәл менән бәйле, бигерәк тә 60 –65 йәштән өлкәндәр (был иҫәп­тән инфаркт, инсульт үткәргән йәш­тәрҙе лә сығарырға ярамай) һаҡланыу сараларын теүәл үтәргә тейеш.

Гипертонияға дусар кеше­ләрҙең коронавирусты айырыу­са ауыр үткәрә. Был мәсьәләгә арналған аныҡ тик­шеренеүҙәр ҙә үткәрелгән, сөнки гипертония бик күптәрҙә осрай. Өлкәндәрҙең 40 проценты ошо сирҙән яфалана. Шуға, кеше ни тиклем өлкә­нерәк, коронавирус инфек­цияһы ла шунса ауырыраҡ үтә. Коронавирус инфек­цияһы менән ауырығанда, гипер­тонияның төп ролен билдәләүе ауыр. Әммә, уның кире тәьҫире асыҡланған. Йөрәк-ҡан тамырҙары патологиялары булған кешеләргә, Covid-19 инфекцияһын кисер­гәндән һуң айырым күҙәтеү кәрәк, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ, сөнки бында сәләмәтлек торошона айырыуса иғтибарлыраҡ булыу, табиптарға йышыраҡ күренеү тураһында һүҙ бара. Беренсенән, беҙ сәлә­мәт­лекте тергеҙеү осороноң бөтә үҙенсәлектәрен яҡшылап белмәйбеҙ. Айырыуса был ҡатмарлы пневмония үткәргән, үпкә туҡымаһы 50 процентҡа тиклем зарарланған ауырыуҙарға ҡағыла. Лаборатория күрһәткестәре нормалләшкән, вирус бүленеү­ҙән туҡтаған, төп функциялары тергеҙелгән был пациенттар  стационарҙан сыға. Әммә ул ваҡытта үпкәнең терге­ҙелеүе, һауығыуы тамам­ланып бөтмәй әле. Әгәр ҙә кешелә йөрәк патологияһы булһа, ул үпкә сире менән киҫкенләшеп, ғүмер өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Бындай пациенттар айырыуса иғтибарға мохтаж.  Коронавирустан дауалан­ған һәм үпкә туҡымаһы 50 проценттан да күберәк зарарланған (айырыуса 75 проценттан да арт­ҡанда), йәғни компьютер томогра­фияһы мәғлүмәттәре буйынса үпкәнең зарарланыуы дүртенсе дәрәжәгә эйә булған бөтә пациент­тарға ла оҙайлы реабилитация кәрәк, сөнки улар оҙаҡ һауыға.  Йөрәк-ҡан тамырҙары си­ренә дусар кешеләргә, һис шикһеҙ, коронавирустан вакцина яһатыу мөһим. Был коронавирусҡа ҡаршы прививкаға ғына түгел, ә киҙеү һәм пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцина­цияға ла ҡағыла.

«Башҡортостан» гәзите материалдарынан.

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: