0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
18 Ғинуар 2022, 12:55

Вакцинация тураһындағы төп уйҙырмалар

Микробиолог Евгений Плисов һорауҙарға яуап биреп, вакцинация тураһындағы уйҙырмаларҙы юҡҡа сығарҙы

Вакцинация тураһындағы төп уйҙырмалар
Вакцинация тураһындағы төп уйҙырмалар

Коронавирус инфекцияһына ҡаршы бушлай прививкалар яһау кампанияһы илдең барлыҡ төбәктәрендә лә 2020 йылдың декабрендә старт алғайны. Әммә төрлө уйҙырмалар һәм имеш-мимештәр арҡаһында кешеләрҙең күпселеге прививка эшләтергә ҡурҡып торҙо. (Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер был уйҙырмалар яйлап тарала бара һәм вакцинация үткән граждандар һаны арта). Шул ваҡыттарҙа Рәсәйҙең Яңылыҡтар мәғлүмәт агентлығы уҙғарған «Ышанмайым!» подкасты ла ошо темаға арналды. Унда алып барыусылар эксперт – микробиолог Евгений Плисов менән әңгәмәләшеп, алкоголь һәм вакцинаның үҙ-ара тәьҫире, прививка аша чиптар ҡуйҙырыуҙың мөмкинме-юҡмы, процедураның кире йоғонтоһоноң була алыу-алмауы һәм уға ҡағылышлы башҡа факттар тураһында фекер алышҡайны.

Вакцина нисек тәьҫир итә?

Организмға индерелгән матдә вирус менән көрәшмәй, ә организмға уның тураһында мәғлүмәт кенә бирә. Ошо мәғлүмәт нигеҙендә иммунитет «дошман»ға ҡаршы көрәшеү  һәм зарарланыу мөмкинлегенә әҙер тороу өсөн ҡорал булдыра. Бөгөн вакцинаның өс төрө  бар. Уларҙың тәүгеһе – хәлһеҙләндерелгән йәки үлтерелгән ҡуҙғытҡысты, икенсеһе вирус аҡһымы йәиһә уның өлөшөн үҙ эсенә ала. Организм был вакциналарға яуап итеп, ауырыуға нисек ҡаршы торорға кәрәклеген «уйлай». Өсөнсөһө – векторлы йәиһә РНК-вакцина. Улар күҙәнәктәргә үтеп инә һәм организмға һаҡланыу сараларын тиҙерәк табырға ярҙамлашыусы генетик конструкцияны үҙ эсенә ала.

Ни өсөн вакциналар ике этапта яһала?

Уйҙырмаларға ярашлы, беренсе этап – әҙерлек этабы, икенсеһе – дөйөм. Был дөрөҫ түгел, прививкаларҙың икеһе лә эшләүсе вакцина. Икенсе уйҙырма буйынса, ике вакцина ҡаҙау организм өсөн ҙур стресс тыуҙыра. Был да фейк: беҙҙең организм көн һайын бик күп ҡуҙғытҡыстарҙы (бактериялар һәм вирустар) еңеп сыға, шуға уға артыҡ көсөргәнеш төшмәйәсәк.

Прививканың икенсеһе ни өсөн кәрәк?

 Һаҡланыу өсөн. Әгәр прививканың  беренсеһенең файҙаһы булмаһа, икенсеһе ярҙам итәсәк.

Вакцина аша чиптар ҡуйыламы?

Заговор теориялары вакцина хаҡындағы имеш-мимештәргә лә үтеп инде. Улар араһында иң популяры – вакцина менән бергә чиптар индереү тураһында. Бының булырға мөмкинме-юҡмы икәнлегенә Евгений Плисов кире яуап бирә.

Вакцинация – табыш килтереүсе бизнесмы?

Вакцинацияны уҙғарыу өсөн «кеҫәләрен ҡалынайтыу» маҡсатында фармакология компанияларының үҙ-ара һүҙ ҡуйышыуы – уйҙырмаларҙың тағы ла береһе. Ысынбарлыҡта бизнес өсөн был күренеш табыш килтермәй, сөнки вакцинаны эшләү һәм уға күп һанлы һынауҙар уҙғарыу ҙур сығымдар талап итә.

Кире осраҡтарҙың булыу мөмкинлеге нимәгә бәйле?

Вакцинациянан һуң укол урынының ауыртып тороуы, хәлһеҙлек, тән температурыһының күтәрелеүе, тән һыҙлауы кеүек төрлө кире эффекттар йәки хатта башҡа етди проблемалар ҙа булырға мөмкин. Организмдың тәьҫир итеүе кешенең шәхси үҙенсәлектәренән тора. Шуға прививка эшләтер алдынан табип менән кәңәшләшергә кәрәк.

Прививка яһатҡандан һуң вирус таратыусы булырға мөмкинме?

Юҡ. Вакцинаның өсөнсө төрө организмда вирусты еңерлек есемдәр эшләп сығарырға ярҙам итә, әммә улар таралмай, шуға һеҙҙән бер кем дә ауырыу йоҡтора алмай. Һаҡланыу механизмдары эшләй башлағанға тиклем вирус эләктергән булһағыҙ ғына, һеҙ уны таратыусы була алаһығыҙ. Шуға битлектәрҙә йөрөү мотлаҡ.

Вакцина тыуасаҡ балаларға берәй ниндәй йоғонто яһаймы?

Генетик модификацияға нигеҙләнгән өсөнсө төр вакцина прививка яһатҡан кешеләрҙең буласаҡ балаларына бер ниндәй ҙә (кире лә, ыңғай ҙа) йоғонто яһамаясаҡ.

Врачтар, уҡытыусылар, журналистар һәм башҡалар эш урындарында кешеләр менән күпләп аралаша. Күптәр йәмәғәт транспортынан файҙалана, магазиндарға һәм ауырыу йоҡтороу хәүефе янаған башҡа урындарға йөрөй. Ирекле вакцинацияла ни тиклем күберәк кеше ҡатнашһа, социаль иммунитет шул тиклем юғарыраҡ һәм «ковидҡ а тиклемге» элекке тормошҡа тиҙерәк ҡайтырға мөмкин буласаҡ.

Фото: YouTube

Әстерхан өлкәһе Һаулыҡ һаҡлау министрлығы материалдарынан.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: