Был ваҡыт һынауын үткән «Спутник V»ның варианты, тик биш тапҡырға аҙ концентрацияла.
Ни өсөн?
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда ковид менән сирләгән һәр унынсы кеше - бала.
Нисә компонентлы?
«Спутник V»ныҡы кеүек үк ике компоненттан тора.
Ул, ғөмүмән, һыналғанмы?
Бер нисә мең йәш ирекмән Мәскәү клиникаларында вакцинаны эшләткән. Ун ирекмәндең 9-ында антиесемдәр барлыҡҡа килгән.
Кире эҙемтәләре бармы?
Иң етди эҙемтә - температура 37,4 гә тиклем күтәрелә, һирәгерәк - тымау һәм баш ауыртыу. Бер нисә көндән улар ҙа юғалған.
Минән башҡа балама вакцина эшләүҙәре ихтималмы?
15 йәштән өлкән балалар үҙҙәре һайлай ала, әммә ирекле ризалыҡ яҙырға тейеш. Кескәйҙәр өсөн ата-әсәләр ҡарар ҡабул итә.
Вакцинацияланмаһаң?
Прививка яһатылмаған балаға бер ниндәй ҙә сикләүҙәр индерергә йыйынмайҙар.
Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
Балағыҙҙы ковидтан һаҡларға теләһәгеҙ, поликлиникағыҙға мөрәжәғәт итегеҙ. Өҫтәмә үҙәктәр әлегә юҡ. Вакцина үтә аҙ. Табиптарҙа ҡайһы осраҡта вакцина яһатырға ярамағанлығы тураһында күрһәтмәләр исемлеге бар, мотлаҡ һорап алығыҙ.