+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
8 Февраль 2022, 13:53

Аңлы ҡарар ҡабул итергә кәрәк

 Башҡортостанда 27 ғинуарҙан 12-17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәргә ковидҡа ҡаршы вакцинация яһау башланды.

Аңлы ҡарар ҡабул итергә кәрәк
Аңлы ҡарар ҡабул итергә кәрәк

Белгестәр раҫлауынса, был категория яңы штамдарға айырыуса бирешә, һәм ауырыуҙың  сираттағы һәр тулҡыны менән хәүефле инфекция йоҡторған балалар һәм үҫмерҙәр һаны артҡандан-арта бара. Өҫтәүенә ҡыш, ғәҙәттәгесә, һалҡын тейҙереп сирләү осоро. Республиканың күпселек дөйөм белем биреү учреждениелары уҡыусыларҙың күпләп ауырыуына бәйле карантин индереү сәбәпле дистанцион уҡытыу форматына күсергә мәжбүр.

Үҫмерҙәргә вакцинация яһау башланғандан алып уҙған ваҡыт эсендә республикала ике меңдән ашыу бала коронавирустан прививка эшләткән. Ғинуар аҙағында Дәүләкән балалар поликлиникаһына балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ковидҡа ҡаршы тәүге 50 доза «Спутник М» вакцинаһы килтерелде.

Составы буйынса ул - үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән һәм һөҙөмтәле шул уҡ «Спутник V» вакцинаһы, әммә концентрацияһы өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән дозанан биш тапҡырға аҙыраҡ. Был уларҙа тотороҡло иммунитет булдырыу өсөн етерлек. Үҫмерҙәр өсөн вакцина шулай уҡ ике компонентлы һәм беренсе, икенсе этаптар араһында өс аҙналыҡ тәнәфесте күҙ уңында тота. Ул ирекмәндәрҙә һынау үткән һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Дәүләкән балалар поликлиникаһы мөдире Марина Комарова әйтеүенсә, ҡалала һәм районда прививка яһатырға яраҡлы йәшкә еткән өс мең самаһы уҡыусы бар. Вакцинация кәрәклеге тураһында мәғлүмәт еткереү өсөн мәктәптә эшләүсе шәфҡәт туташтары кластарҙа әңгәмәләр үткәрә, ата-әсәләре йәки балаларҙың законлы вәкилдәре тултырһын өсөн балаларға ризалыҡ бланкылары тарата. Ошо ризалыҡ ҡағыҙы менән балалар, өлкән кеше оҙатыуында йәки ун биш йәштәре тулған үҫмерҙәр үҙаллы, балалар поликлиникаһына килә һәм регистратураға мөрәжәғәт итә. Шунан уларҙы педиатрға тикшереү үтергә ебәрәсәктәр. Артабан, өлкәндәр өсөн билдәләнгән кеүек үк прививка яһатырға ярамаған осраҡтары, йәғни киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүе булмаһа, үҫмерҙәрҙең ҡулбашына вакцина яһала. Балалар поликлиникаһының прививка бүлмәһендә эшләүсе шәфҡәт туташы Оксана Лопатинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, айырыуса өлкәнерәк йәштәге үҫмерҙәр прививка яһатырға аңлы рәүештә килә. Быны улар алдағы көндә юғары уҡыу йорттарына һәм техникумдарға ковидҡа ҡаршы прививка яһатмайынса инеп  булмаясағы менән дәлилләй. Үҙҙәре лә прививка яһатҡан һәм вакцинацияның файҙалы икәнлеген аңлаған, шулай уҡ балаларын инфекциянан һаҡларға ҡарар иткән ата-әсәләр ҙә балалары менән тулыһынса килешә.

1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең етенсе класс уҡыусыһы Владислав Потапов прививка яһатырға тәүгеләрҙән булып килгән. Класташында ковид диагнозы раҫланғанлыҡтан кластарын дистанцион уҡыуға күсергәндән һуң ул был ҡарарҙы аңлы рәүештә ҡабул иткән. Урындағы телевидениеға интервью биргәндә, Влад вакцинациянан һуң үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан. Ул тәүге ике көндә бер аҙ хәлһеҙлек кисереүен, ләкин барыһының да тиҙ үтеүен һәм хәҙер үҙен яҡшы тойоуын билдәләгән. Владиславтың әсәһе Ирина Потапова 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй, уның бурысы - белем биреү учреждениеһы уҡыусылары араһында ауырыу осраҡтарына мониторинг үткәреү. Февраль башына белем усағында хәл түбәндәгесә булған: 543 уҡыусының 145-ендә - киҫкен респиратор вирус инфекцияһы, бишәүһендә ковид асыҡланған. Улын инфекциянан һаҡлау өсөн Ирина прививкаға ризалыҡ биргән. Ул үҙе лә йәй көнө үк коронавирустан вакцинациялауҙың ике этабын да үткән һәм яңыраҡ «Спутник лайт» менән ревакцинация яһатҡан. Шуға, үҫмерҙәр өсөн вакцина килтерелгәс тә, инфекциянан үҙенең балаһын да һаҡларға ҡарар иткән. Влад был йәһәттән уны тулыһынса хуплаған.

Әлбиттә, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн вакцинацияны үҙ теләгең буйынса ғына яһатаһың, әммә ул кәрәк. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, етенсе февралгә республикала 10,5 меңгә яҡын уҡыусы, йәки уҡыусыларҙың дөйөм һанының 2,6 проценты ковид менән ауырый. Республика Мәғариф министрлығы башлығы Айбулат Хажин Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәттәр килтергән. 20 процентлыҡ сикте үтеү сәбәпле беҙҙең районда белем биреү учреждениелары дистанцион уҡыуға күсерелгән, ул алдан күҙаллауҙар буйынса 13 февралгә тиклем дауам итәсәк.

Галина БУРДИЛЕВА.

Фото:9111.ru

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: