0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
10 Февраль 2022, 18:00

Коронавирус эҙемтәләре

Улар ғүмер буйы һаҡланырға мөмкин

Коронавирус эҙемтәләре
Коронавирус эҙемтәләре

Коронавирус үткәргән кешеләрҙә уның эҙемтәләре һауыҡҡас та ғүмер буйына һаҡланырға мөмкин. Был турала Бөйөк Британия Милли һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте белгестәре хәбәр итә.

Улар COVID-19 кисергән һәр өсөнсө пациенттың үпкәһенә ғүмерлеккә зыян килеү, уның хроник арыуҙан, психологик күңел төшөнкөлөгөнән яфаланыу мөмкинлеген билдәләй. Ғалимдар шулай уҡ коронавирустың йышыраҡ мейене зарарлауы, Альцгеймер ауырыуының киҫкенләшеүенә килтереүе тураһында ла һөйләй.

Британияның Коронавирустан һуң аяҡҡа баҫыу үҙәге етәксеһе Хилари Флойд COVID-19 менән сирләгән урта йәштәге күп кешенең, быға тиклем башҡа ауырыуҙары булмаһа ла, коронавирустан һуң хәлһеҙлеккә, хроник арыуға зарланыуын телгә ала. Милли һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтендә шулай уҡ һауыҡҡандарҙың 30 процентында киләсәктә үпкә фиброзы булыу ихтималлығын да билдәләйҙәр. Британияла шулай уҡ сирҙән һауығып сыҡҡан һәр унынсы кешенең йөрәгенә етди зыян килеүе теркәлгән. Профессор Питер Опеншоу әйтеүенсә, интенсив терапия үткәргән пациенттарға ғәҙәти йәшәү рәүешенә ҡайтыу өсөн бер йыл самаһы ваҡыт кәрәк, әммә уларҙың күбеһе һаулығын тулыһынса кире ҡайтара алмаясаҡ.

"Башҡортостан" гәзите материалдарынан.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: