0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
18 Февраль 2022, 12:02

Арыу һәм баш әйләнеү - «стелс-омикрон» билдәләре булырға мөмкин

«Стелс-омикрон»дың тәүге билдәләре тураһында ентекләберәк һөйләп китәбеҙ

Арыу һәм баш әйләнеү - «стелс-омикрон»  билдәләре булырға мөмкин
Арыу һәм баш әйләнеү - «стелс-омикрон» билдәләре булырға мөмкин

Арыу һәм баш әйләнеү - коронавирустың бер  варианты - «стелс-омикрон»  билдәләре булыуы ихтимал. Был хаҡта Mirror агентлығына һәм Англияның Милли һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтенә һылтанып, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Көньяҡ Африка Республикаһынан табип Анжелика Кутзи фекеренсә, арыу һәм мускулдар һыҙлауы йыш ҡына ошо типтағы SARS-CoV-2 инфекцияһының индикаторы була. Баш әйләнеүе шулай уҡBA.2 мутацияһының таралған симптомдары иҫәбенә инә. Был ике билдә көн дауамында барлыҡҡа килеүе һәм юғалыуы ихтимал, тип иҫәпләй табиптар. Әгәр улар даими йәки бик көсөргәнешле икән, табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Вакцинация бөгөнгө көндә ковидтың бөтә төрҙәренән дә иң һөҙөмтәле һаҡланыу сараһы булып ҡала. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко билдәләүенсә, стационарға ҡабул ителгән пациенттарҙың күбеһенә прививка яһалмаған, тип яҙа РӘСӘЙҘЕҢ «Яңылыҡтар» мәғлүмәт агентлығы .

Автор: bashinform.ru

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: