-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
18 Февраль 2022, 11:03

Фекерең үҙгәргән икән – бик яҡшы!

Ҡалабыҙҙа йәшәүсе Светлана Н. пандемия башланғанда декрет ялында булған. Был осор уның өсөн бик еңел үтмәй. Йәмғиәттә яңы инфекция тураһында төрлө имеш-мимештәр йөрөй башлай, тиҙҙән ул беҙҙең яҡтарға ла килеп етә, шуға Светлана балаһы сәләмәт булып тыуһын тип ныҡ борсола.

Фекерең үҙгәргән икән – бик яҡшы!
Фекерең үҙгәргән икән – бик яҡшы!

Ул 2020 йылдың сентябрендә әсәй була. Уның ғүмерендә бәләкәй Тимуры барлыҡҡа килә. Хәҙер инде тормош бәләкәс тирәләй әйләнә. Хаҡлы ялда булған оло йәштәге әсәһе Светланаға ҙур терәк була. Коронавирус инфекцияһының хәүефлелеген аңлап, Светлана әсәһен һәм улын хәүеф аҫтына ҡуймаҫ өсөн, өйҙән бик кәрәк булған осраҡта ғына сығырға тырыша, сөнки инфекциянан бер нисек тә һаҡланып булмай, ә вакциналар лаборатория шарттарында ғына һынау үтә ине. Телевизорҙан вакцинацияның өҫтөнлөктәре һәм хәүефһеҙлеге тураһында һөйләнеләр, ә интернет уларға ҡаршы фекерҙәр менән тулы булды. Йәш әсәгә ҡайһы һүҙҙәрҙең дөрөҫ, ә ҡайһылары ялған икәнен асыҡлау ауыр ине. Ул үҙен яҡлауһыҙ һәм бер нәмәгә лә ышанмаусы кеше итеп тоя. Башҡаларҙы кеүек, йәш әсәне лә вакцинаның эҙемтәләренән ҡурҡыу, уның һөҙөмтәлелегенә ҡарата шикләнеү, коллектив иммунитеттың файҙа килтерәсәгенә ышанмау кеүек уйҙар борсой. Ваҡыт үтә, Светлананың яҡындары һәм таныштары араһында ла был ауырыуҙан баҡыйлыҡҡа күсеү  осраҡтары була.

Хәҙер бәләкәй Тимурға 1,5 йәш. Балалар пособиеһы һәм әсәһенең пенсия аҡсаһына ғына йәшәү бик еңелдән булмағанлыҡтан, Светлана эшкә сығырға ҡарар итә. Ә унда коллектив ҙур, шуға санитар-эпидемиологик именлек сараларын үтәү, коронавирус инфекцияһын йоҡтороуға юл ҡуймау өсөн мөмкинлектәр аҙыраҡ була.Тап шул мәлдә Светлана яҡындарын һәм үҙен «ҡороғорвирус»тан һаҡлау өсөн прививка эшләтергә булғандыр, моғайын. Хәҙер уның бөтәһе лә һәйбәт. Эше бар, Тимурҙы әсәһе ҡарай. Оҙаҡламай йәй етә, баҡса мәшәҡәттәре башлана, тормош дауам итә...

Автор: Сергей Чиков.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: