0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
21 Февраль 2022, 12:25

Еңә алмам тип уйлай торғайным

Мәкерле сир үҙенең барлығын белдереп тора, яуызлығын раҫлай, кешелекте яңы шарттарҙа йәшәргә мәжбүр итә.

Еңә алмам тип уйлай торғайным
Еңә алмам тип уйлай торғайным

Бөгөн донъя ысын мәғәнәһендә ике өлөшкә бүленде: коронавирусҡа тиклемге һәм коронавируслы тормошта йәшәү мәленә. Ә COVID-19 тигән вирус күҙ асып йомғансы бар донъяны баҫып алды, бөтә йәшәйешебеҙҙе үҙ ҡанундарына буйһондорҙо. Ябай халыҡ, белгестәр, ғалимдар араһында уға ҡарата төрлө ҡараш, фекер, бәхәс булды һәм бөгөнгә тиклем тынмай. Әммә мәкерле сир үҙенең барлығын белдереп тора, яуызлығын раҫлай, кешелекте яңы шарттарҙа йәшәргә мәжбүр итә.

Бөгөн һәр кемдең яҡындары, дуҫтары, таныштары  араһында COVID-19 менән, ауырыған, дауаланған, еңеп сыҡҡан кешеләр бар. Үкенескә ҡаршы, еңеп сыға алмағандар ҙа юҡ түгел... Һеҙҙең иғтибарға коронавирус менән ауырып, сирҙең эҙемтәләре менән көрәшеп, уны еңеүгә өлгәшкәндәр фекерен тәҡдим итәбеҙ.

Әлфиә Ғ., 55 йәш:

- Cәләмәтлегем буйынса мин хәүеф төркөмөнә ҡарайым, шуға коронавирус эләктереүҙән уттан ҡурҡҡандай ҡурҡтым. Ауырып китһәм, уны еңеп сыға алмам, тип борсолдом. Шуға һаҡлыҡ сараларының бөтәһен дә күҙәтергә тырыштым. Ҡайһы бер осраҡтарҙа битлекһеҙ магазинға инеп сыҡҡан, тынсыу тип, транспортта йөрөгәндә уны сисеп ултырған мәлдәрем дә булды...Ауырыуҙы ҡайҙа йоҡторғанмындыр, әммә «тажзәхмәт»  мине лә урап үтмәне.

Шәмбе көндө үҙемдә хәлһеҙлек тойҙом. Быуындарым нисектер сәйер итеп һыҙлағанлыҡтан, моғайын, «ҡороғорвирус» йоҡторғанмындыр тигән шик күңелемдә урын алды.  Ял көндәрендә бер аҙ халыҡ ысулдары менән дауаланһам, еңелерәк булыр тип өмөтләндем. Төрлө үлән төнәтмәләре эстем. Тик дүшәмбелә лә хәлем яҡшырманы, температурам 40 градусҡа тиклем күтәрелде. (Әйтергә кәрәк, быға тиклем нисек ауырыһам да, температурам булғаны юҡ ине).  Шуға табип саҡыртырға тура килде. Ул дарыуҙар яҙҙы һәм анализ тапшырырға барырға ҡушты. Өс көндән телефоныма коронавирус менән ауырыуым тураһында хәбәр килде. Табип дауаланыуҙы дауам итергә ҡушты, бушлай дарыуҙар тупланмаһы бирҙеләр

Артабан бер-береһенә оҡшаш көндәр китте. Нимәлер эшләргә тырышыуым хәл бөтөү һәм урыныма барып йығылыу менән тамамланды. Дарыуҙар һәм кәрәкле аҙыҡ-түлектәрҙе әхирәтем килтереп, йорт тупһаһында ҡалдырып йөрөнө.

 Табип ҡушыуы буйынса күберәк шыйыҡса – үлән сәйҙәре, морс, һут эстем. Етенсе көн тигәндә температурам төштө, әммә хәлһеҙлек мине әле тулыһынса ташлап кит­мәне.

Дауаланыуға ике аҙна тигәндә тағы бер тапҡыр анализ тапшырҙым. Ул миндә вирустың булмауын күрһәтте. Шөкөр, хәҙер  хәлем яҡшыра. Тик ваҡыты-ваҡыты менән хәлһеҙлек, ныҡ итеп баш әйләнеү, йөрәк тибешенең йышайыуы үҙен һиҙҙертеп тора. Был ауырыуҙы йоҡторғансы, уны үткәрә алмаҫмын, тип ҡурҡа инем. Вакцинация  эшләткәнгәлер, күрәһең, уны еңеп сыға алдым. Шуға бөтәгеҙҙе лә коллектив иммунитет булдырыу өсөн, прививка эшләтергә саҡырам. Сир эргә­беҙҙә генә йөрөгәнен һәм, ысынлап та, бик яман икәнлеген онотмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

 

 

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: