-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
24 Февраль 2022, 18:06

«Тиҙ ярҙам»дан да тиҙерәк

Ауыл халҡы медицина ярҙамы һорап, тәү сиратта, фельдшерға  мөрәжәғәт итә

«Тиҙ ярҙам»дан да тиҙерәк
«Тиҙ ярҙам»дан да тиҙерәк

Һәр тораҡ пунктында фельдшер - ул абруйлы медицина хеҙмәткәре. Тап уға кешеләр квалификациялы беренсе ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Күптәр әйтеүенсә, яҡшы ауыл табибы йәнде лә, тәнде лә дауалай. Был ысынында ла шулай. Ауыл фельдшеры - хөрмәтле кеше, ул көн һайын халыҡтың һаулығы һағында тора һәм кешеләр сирҙәрҙән арыныу өсөн ярҙам һорап тап уға ашыға.

Гөлшат Рафиҡ ҡыҙы Шәйгәрҙәнова сығышы менән Ташлытамаҡ ауылынан. Күрше ауылда урта мәктәпте уңышлы тамамлағас, Өфө республика медицина колледжына имтиханһыҙ уҡырға инә. Ул ҙур теләк менән уҡый: латин телен үҙләштерә, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү алымдарын, терапия нигеҙҙәрен, дауалау препараттары менән файҙаланыу ҡағиҙәләрен өйрәнә.

 Диплом алғас, йәш белгес 1987 йылда тыуған яғына, Дәүләкән районына, ҡайта һәм Имай-Ҡарамалы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эш башлай.

1993 йылдан Гөлшат Шәйгәрҙәнова Ташлы-Шәрип фельдшер-акушерлыҡ пунктында хеҙмәт һала. Эшләгән йылдарында фельдшер бөтә кешеләрҙе лә белеп бөткән, сөнки күптәр тыуған көндәренән үк – уның ҡарамағында. Бөгөнгө көндә уның участкаһында 271 кеше. Улар араһында сабыйҙар ҙа, 90 йәштән өлкән ете оҙон ғүмерле лә бар! Ауылдағы медицина хеҙмәткәренең бурыстарына амбулатор ҡабул итеү, саҡырыуҙарҙы хеҙмәтләндереү, балаларҙы патронажлау, диспансеризация үткәреүҙә ҡатнашыу һәм башҡалар инә. Хәҙер иһә уның көндәлек бурыстарына халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу ҙа өҫтәлгән. Ул кешеләргә вакцинацияның өҫтөнлөктәре тураһында һөйләй. Ә улар медиктарының фекеренә ҡолаҡ һала.  

Гөлшат Рафиҡ ҡыҙы прививка эшләтергә теләүселәрҙән ғаризалар йыя, Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында вакцинаның кәрәкле дозаларына заказ бирә һәм артабан ауылдаштарына фельдшер-акушерлыҡ пунктында үҙе прививка яһай.

Автор: Сергей Чиков.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: