Гөлйемеш төнәтмәһе. Унда етерлек кимәлдә С витамины тупланған, шунлыҡтан беҙҙең организмды киҙеү, һыуыҡ тейҙереп сирләү хәүефенән һаҡлай ала унан әҙерләнгән сәй. Был емештәге аскорбин кислотаһы ҡара ҡарағатҡа ҡарағанда 10 тапҡырға, ә лимондыҡынан 50 тапҡырға күберәк.
Эҫе гөлйемеш төнәтмәһе ҡышҡы көндәрҙә тәндәге йылыны һаҡларға ла булышлыҡ итә. Ундағы фруктоза организмды эндорфин менән тәьмин иткәнлектән, серотонин - шатлыҡ гормоны - бүленеп сығып, күңел күтәренкелеге бирә. Уны нисек әҙерләргә һәр кем беләлер, моғайын. Бер-ике устай кипкән емеште йыуып, ваҡлап, төнгөлөккә термосҡа һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп ҡуйғанда, иртәгәһенә көнө буйына ҡулланырлыҡ эсемлек әҙер.
Имбир сәйе. Ул - депрессияны тәмле-татлы менән баҫырға күнеккәндәр өсөн бигерәк тә яҡшы эсемлек, сөнки аппетитты баҫа. Шулай уҡ көслө антиоксидант, эсәктәрҙе токсиндарҙан таҙарта - шуның менән дә организмдың иммун системаһын һаҡлай. Ундағы бик күп миҡдарҙағы С витамины иммунитетты күтәреүҙә мөһим икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай.
Имбир шулай уҡ бактерияларға ҡаршы торорлоҡ шәп сара ла, организмды төрлө паразиттарҙан аралай. Ашҡаҙан аҫты биҙе һәм бауыр эшмәкәрлеген көйләй, хәтерҙе яҡшырта, ҡан тамырҙарын таҙарта.
Имбирҙән сәйҙе нисек эшләргә? Имбир тамырын эре ҡырғыстан ҡырып (ике ҡалаҡ тирәһе кәрәк), бер литрлыҡ банкаға уны һәм 1-2 ҡалаҡ йәшел сәй, 3 ҡалаҡ лимон һуты, бер ҡалаҡ бал һалып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Бер сәғәттән ул эсергә әҙер.