0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
8 Апрель 2022, 13:55

Имай-ҡарамалыларға быйыл авитаминоз янамай

Ни өсөн? Был хаҡта тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Имай-ҡарамалыларға быйыл авитаминоз янамай
Имай-ҡарамалыларға быйыл авитаминоз янамай

Китапханасы Гөлсинә Мөхәрәмова был юлы ауылдаштарын сәләмәтлек юлдары буйлап «сәйәхәткә» алып китте. Сараға килгән ҡатын-ҡыҙҙар ултырған поезд «Көн режимы»,  «Уйлап ҡара»,  «Яуабын тап»,  «Дөрөҫ туҡланыу» кеүек станцияларҙа туҡталыш яһаны. Уларҙың һәр береһендә сәләмәтлекте һаҡлау, сир-сырхауҙарға бирешмәү йәһәтенән файҙалы кәңәштәр бирелде,был яҙ айҙарында организмға айырыуса кәрәкле  ниндәй витаминдар ҡабул итергә кәрәклеге әйтелде. Миҫал сифатында ябай ҡоротто ғына алайыҡ. Уның организм өсөн ыңғай яҡтары иҫ киткес. Айырыуса ҡыш көндәрендә, һыуыҡ алдырғанда ҡоротло һурпа эсеп ебәрһәң, бигерәк тә файҙалы.

Был көндө  «ауырыу» китаптар ҙа ситтә ҡалманы хатта. Врач-реаниматологтар сифатында сығыш яһаған имай-ҡарамалылар туҙған, таушалған китаптарға «йән өрҙө».

Үҙенсәлекле, ҡыҙыҡлы саранан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды һәм китапханасы Гөлсинә Тимербай ҡыҙына ҙур рәхмәттәрен, йәнә осрашыуҙарға ышаныстарын белдереп таралышты. 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: