Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамдары уңайынан Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәре парады уҙҙы. Ул Өфөлә үтте. Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре Зәки Вәлиди урамы буйлап «Торатау» конгресс-холына тиклем атлап үтте. Парадта 700-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәре ҡатнашты. Улар - табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, колонналарҙы тармаҡ ветерандары етәкләне. Улар ҡулдарына ойошманың флагтарын һәм символикаһын тотҡан.
Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡтың иң яҡшы 50 белгесе наградалар менән билдәләнде, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Медиктарға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы», «Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемдәр бирелде, уларға Башҡортостан Башлығының почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең яҡташыбыҙ, Мәкәш ауылында тыуып үҫкән Заһир Зарипов та бар. ҠОТЛАЙБЫҘ!!!
Республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә айырым иғтибар бүленә: дауаханалар һәм поликлиникалар төҙөлә, ҡорамалдар һәм транспорт һатып алына. Ағымдағы йылда бөтә төр финанслау сығанаҡтары иҫәбенә тармаҡты үҫтереүгә сығымдарҙың дөйөм күләме 106,3 миллиард һум күләмендә планлаштырылған. Төҙөлөп ятҡан объекттарға өҫтәп, 2025 йылға тиклем тағы биш поликлиника төҙөү, 400-ҙән ашыу модулле ФАП, 40 табип амбулаторияһы ҡуйыу күҙаллана.
Бөгөн Башҡортостандың медицина учреждениеларында 78,5 мең кеше эшләй.
Фото: Олег Яровиков.