Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү милли фонды башланғысы буйынса ойошторолған акция Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылының саралар программаһына инде. Акцияның ойоштороусылары - Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы, Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты, Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү милли фонды, Мәҙәниәт министрлығы һәм Рәсәй Ҡыҙыл Тәреһе булышлығында Федераль медицина-биология агентлығы һәм Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһы ҡарамағындағы ҡан донорлығы буйынса координация советы.
Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тематикаһын файҙаланып, ҡан хеҙмәтенең төбәк учреждениелары ихтыяждарына ярашлы ҡан запастарын тулыландырыуға йүнәлтелгән донорлыҡ сараларын үткәреү; донорҙарҙы төбәктәрҙең мәҙәни тормошона йәлеп итеү, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу; ҡан донорлығы өлкәһендә ведомство-ара эш итеүҙең иң яҡшы тәжрибәләрен дөйөмләштереү Акцияның төп бурыстары булып тора.
Акция барышында донорҙарға матди булмаған ярҙам күрһәтеүгә, уларға мәҙәниәт учреждениеларына, мәҙәни ваҡиғаларға барыу өсөн өҫтөнлөктәр биреүгә йүнәлтелгән донорлыҡ саралары, проекттар йәки айырым ваҡиғалар үткәрелергә мөмкин. Шулай уҡ донорҙарҙы ижади оҫтаханалар, театр студиялары эшенә йәлеп итеү, эҙләнеү экспедицияларында ҡатнашыуҙарын ойоштороу, туристик маршруттар төҙөү, төбәктәрҙең мәҙәни мираҫы, халыҡтарҙың йолалары тураһында материалдар әҙерләүгә йәлеп итеү мөмкинлеге бар.
Бөтә Рәсәй акцияһында ҡан хеҙмәте, мәҙәниәт учреждениелары, социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмалар, власть органдары вәкилдәре, шулай уҡ ҡандың корпоратив донорлығын үҫтергән һәр ойошма һәм учреждение ҡатнаша ала. Рәсәй Федерацияһы субъекттарында акцияның координаторҙары булып ҡан хеҙмәтенең федераль һәм төбәк учреждениелары сығыш яһай. Акцияла әүҙем ҡатнашыусылар, иң яҡшы төбәк тәжрибәләрен ойоштороусылар, шулай уҡ акция сараларында сектор-ара һәм ведомство-ара килешеп эш итеү һөҙөмтәле булған төбәктәр дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнәсәк.
Белешмә мәғлүмәттәрен һәм консультациялар ярҙамын [email protected] сайтында һәм t.me/nfrzchat телеграм-каналында белергә мөмкин.