+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
10 Декабрь 2019, 12:25

Путин Зеленский менән осрашыуҙан ҡәнәғәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин украин коллегаһы Владимир Зеленский менән осрашыуынан ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин украин коллегаһы Владимир Зеленский менән осрашыуынан ҡәнәғәт ҡалыуын белдерҙе.
Ике ил башлығының тәүге осрашыуы Париждың Елисей һарайында «норманд форматы»ндағы саммит майҙанында үтте. Президенттарҙың быға тиклем осрашҡандары булманы, бер нисә тапҡыр тик телефон аша ғына аралашты.
Матбуғат үҙәге янынан үткәндә журналистарҙың Зеленский менән осрашыуҙарының йомғаҡтары тураһында биргән һорауҙарына яуап итеп Путин: «Яҡшы, ҡәнәғәтмен», - тине.
Үҙ сиратында Украина Президентының матбуғат секторы шулай уҡ һөйләшеүҙең бик яҡшы үтеүен билдәләне.
Елисей һарайындағы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, Путин менән Зеленскийҙың икәүҙән-икәү осрашыуы 15 минут дауам итте. Бынан алда киңәйтелгән составта ике яҡлы һөйләшеүҙәр үтте.
Яҡтар шул иҫәптән газ буйынса һорауҙарҙы ла ҡараны. Осрашыуҙа «Нафтогаз»дың башҡарыусы директоры Юрий Витренко ла ҡатнашты һәм һөйләшеүҙәрҙең төплө булыуын билдәләне. Уның әйтеүенсә, Мәскәү һәм Киев һөйләшеүҙәрҙе дауам итергә килеште.
Зеленскийҙың офисы ла ил башлыҡтарының һөйләшеүҙәре дауам итәсәген белдерҙе.
Читайте нас: