+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
11 Декабрь 2019, 12:35

Путин Хабенскийға хәйриә эшмәкәрлеге өсөн Дәүләт премияһы бирҙе

Президент Владимир Путин 2019 йыл өсөн Дәүләт премиялары биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был турала документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында 10 декабрҙә баҫылып сыҡты.

Президент Владимир Путин 2019 йыл өсөн Дәүләт премиялары биреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Был турала документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында 10 декабрҙә баҫылып сыҡты.
Шулай итеп, хәйриәлек өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Дәүләт премияһы актер һәм режиссер Константин Хабенскийға бирелә. Ул баш мейеһендә яман шеш һәм башҡа төрлө ауырыуҙары булған балаларға ярҙам фондының ойоштороусыһы булып тора.
Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Рәсәйҙең Хәрбиҙәр ғаиләләре Союзы советы рәйесе Мария Большаковаға Дәүләт премияһы бирелде.
Хабенскийҙың хәйриәлек фонды 2008 йылда булдырыла. Бөгөнгө көнгә ойошма 2500-ҙән ашыу балаға ярҙам иткән, 5500 табипҡа һөнәри белем алырға булышлыҡ иткән.
Рәсәйҙең халыҡ артисы Константин Хабенскийға 47 йәш. Хәйриә эшмәкәрлеге өсөн 2016 йылда ул «Изгелек импульсы» премияһына лайыҡ булғайны.
Читайте нас: