+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
11 Декабрь 2019, 14:00

Путин «Победа» Рәсәй ойоштороу комитетының ултырышын үткәрәсәк

11 декабрҙә Кремлдә Владимир Путин етәкселегендә «Победа» Рәсәй ойоштороу комитетының 41-се ултырышы үтә. Был турала Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

11 декабрҙә Кремлдә Владимир Путин етәкселегендә «Победа» Рәсәй ойоштороу комитетының 41-се ултырышы үтә. Был турала Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
«Хәтер һәм Дан йылын үткәреүгә әҙерлек барышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы тарихы факттарын боҙоп күрһәтеүҙе булдырмау тураһында» һорау көн тәртибенең төп темаһы буласаҡ.
Бынан тыш, ултырышта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, эҙәрмәндәр отрядтарына һәм «Без срока давности» проектын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеү мәсьәләләре, шулай уҡ Совет һалдатына Ржев мемориалын төҙөү эштәренең барышы ҡараласаҡ.
«Победа» Рәсәй ойоштороу комитеты составына Президент Хакимиәте, Хөкүмәт, Федерация советы, Дәүләт Думаһы етәкселәре, башҡарма властарҙың федераль органдары, Президенттың федераль округтарҙағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ингән.
Читайте нас: