+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
12 Декабрь 2019, 16:00

Меркель: “Бөгөн Владимир Путин еңеүсе!”

Германия канцлеры Ангела Меркель Парижда “Норманд форматында” үткән дүрт дәүләт башлығының һөйләшеүенә Рәсәй Президенты Владимир Путинға тәғәйенләнгән бер һүҙбәйләнеш менән баһа бирҙе.

Германия канцлеры Ангела Меркель Парижда “Норманд форматында” үткән дүрт дәүләт башлығының һөйләшеүенә Рәсәй Президенты Владимир Путинға тәғәйенләнгән бер һүҙбәйләнеш менән баһа бирҙе.
Сарала ҡатнашҡан дәүләт етәкселәре берлектәге матбуғат конференцияһына барғанда Меркель "әллә ни ҡыуанысһыҙ ғына" Владимир Путинға: “Бөгөн һин еңеүсе...” тине. Шул уҡ ваҡытта Украина Президенты Владимир Зеленский Рәсәй лидеры менән һөйләшеүҙәрҙә өҫтөнлөк итеүселәр булманы, тип билдәләне. “Хәҙер иң дөрөҫө дипломат булыу. Әлегә “иҫәп тигеҙ” тип әйтәйек”, – тине ул.
“Норманд форматында”ғы осрашыу 5,5 сәғәт дауам итте. Шуның 1,5 сәғәте Путин менән Зеленскийҙың ике яҡлы осрашыуына бүленде. Саммит йомғаҡтары буйынса коммюнике ҡабул ителде.
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова.
Читайте нас: