Был турала 11 ғинуарҙа Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. Ике яҡлы хеҙмәттәшлек, шулай уҡ халыҡ-ара темаға һорауҙар һөйләшеүҙәрҙең көнүҙәк темаһы булды. Шулай итеп, Владимир Путин һәм Ангела Меркель Сүриә һәм Ливиялағы ваҡиғалар, Америка менән Ирандың ҡапма-ҡаршылығы арҡаһында яҡын көнсығыштағы хәлдәрҙең ҡатмарлашыуы һәм Донбастағы конфликтты яйға һалыу хаҡында әңгәмәләште.