+11 °С
Облачно
Антитеррор
СӘЙӘСӘТ
15 Января 2020, 12:15

Путин һәм Моди телефон аша Персия ҡултығындағы һәм Ливиялағы хәлдәр тураһында фекер алышты

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Һиндостандың премьер-министры Нарендра Моди телефон аша һөйләшеү ваҡытында Персия ҡултығы һәм Ливиялағы хәлдәр тураһында фекер алышты, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Был һөйләшеү һинд яғы инициативаһы буйынса үтте. Бөгөнгө көн өсөн көнүҙәк булып торған халыҡ-ара, Персия ҡултығындағы һәм Ливиялағы хәлдәр тураһында һорауҙар ҡаралды», - тип әйтелә хәбәрҙә.
Шулай уҡ ике яҡтың һөйләшеүҙәрендә Рәсәй менән Һиндостан араһында партнерлыҡтың артабан да ыңғай үҫешәсәге билдәләп үтелде.
Ил башлыҡтары Мәскәү ҡалаһында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Санкт-Петербург ҡалаһында БРИКС һәм ШОС саммиттарында осрашасаҡтарын белдерҙе. Бынан тыш, Владимир Путин һәм Нарендра Моди бер-береһен байрамдар менән ҡотланы.
Читайте нас