Төп Закон иҫкерҙе, уны яңыртырға йә үҙгәртергә кәрәк, тигән фекерҙәр йыш яңғырай бит. Юҡ, беҙ уны яңынан яҙмаясаҡбыҙ, тип белдерҙе Президент. Әммә, тине ул, ҡайһы бер нәмәләрҙе үҙгәртергә була. Мәҫәлән, ил башлығының вазифаһында нисә йыл рәттән ултыра алыуын да Конституцияла нығытып ҡуйырға була.
Рәсәй Президенты вазифаһында ике мөҙҙәттән дә артыҡ рәттән ултырмаһын, тигән фекерҙәр етерлек.
- Был принципиаль мәсьәлә түгел, әммә бының менән ризамын, - тине Владимир Путин. Бәлки, киләсәктә һәр 12 йыл (бер срок алты йыл тип иҫәпләгәндә) һайын яңы йөҙ күрербеҙ.
Владимир Путин губернаторҙарҙың, йәғни төбәк етәкселәренең ролен күтәреү яҡлы.
- Рәсәй – ҙур ил һәм уның һәр субъектының үҙенсәлектәре, проблемалары, тәжрибәһе бар. Шуны иҫәпкә алып, федераль кимәлдә төбәк башлыҡтарының ролен күтәреү кәрәк, тигән уйҙамын. Конституцияла субъекттарҙың етәкселәре ҡатнашлығындағы Дәүләт Советының статусын нығытыу ҙа мөһим.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Prezident--vazifa-inda-nis-yil-eshl-y-ala-77718/