Әсәлек капиталы 150 мең һумға артасаҡ. Беренсе сабый өсөн дә ул биреләсәк. 3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балаларға ла пособия түләнәсәк. Беҙ был турала хыялланмай ҙа инек! 3 йәшкә тиклемге пособия туҡтатылғас, ата-әсәләрҙең балалары өсөн сығымдары арта ғына бара ине. Тағы шуныһы мөһим – башланғыс класс уҡыусыларының барыһы өсөн дә мәктәптә бушлай туҡланыуҙы хәл итергә әҙ генә ҡыйыулығым етмәне. Бәхеткә ҡаршы, Президент шундай ҡарар ҡабул итте. Бөгөн беҙҙә мәктәптәрҙә күҙәтелгән шундай хәл булмаясаҡ: бер төркөм бала – бер төрлө меню буйынса туҡланһа, икенселәре - икенсе төрлө, ә ярлыраҡтар... Был күрһәтмәне яңы уҡыу йылынан башлаясаҡбыҙ.
Мөрәжәғәтнамәлә бик тә мөрхәмәтле тәҡдимдәр, күрһәтмәләр яңғыраны. Унда шулай уҡ сәйәси яҡтан да бик мөһим күрһәтмәләр булды. Ә иң мөһиме – Президент илдең бөйөклөгө: граждандарҙың абруйлылығында һәм уларҙың юғары кимәлдә йәшәйешендә икәнлеген асыҡ билдәләне. Беҙ ошо маҡсатҡа таянып эшләребеҙгә ышанам.