+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
16 Ғинуар 2020, 16:00

Владимир Путин: Беҙгә милли проекттар маҡсаттарына өлгәшергә ярҙам итегеҙ

Рәсәй Президенты кисә илебеҙҙең Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудринды ҡабул итте. Баҡһаң, был күҙәтеүсе-контролләүсе органдың барлыҡҡа килеүенә 25 йыл була икән.

Беләһегеҙҙер, Иҫәп палатаһы дәүләт власында бик мөһим функция башҡара - дәүләт сығымдарын контролләй. Ведомство Президент Хакимиәте, Хөкүмәт, Дәүләт Думаһы менән туранан-тура эшләй.
Владимир Путин палата эшмәкәрлегенә ҙур баһа бирә һәм артабан да яуаплы, намыҫлы эшләүен теләй:
- Очень рассчитываю, как мы с Вами и договаривались, что Счетная палата будет даже несколько шире смотреть на проблемы, которыми вы занимаетесь, а именно в данной конкретной ситуации будет заниматься еще и контролем над исполнением национальных проектов, - тине ул кисәге осрашыуҙа.
Тимәк, милли проекттарҙың үтәлешен Иҫәп палатаһы даими өйрәнеп торасаҡ, етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған хәлдә, етди ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.
Кудрин әфәнде лә Президентты, беҙ тик һөҙөмтәгә ирешеү өсөн эшләйбеҙ, кешеләр яҡшыраҡ йәшәһен, илебеҙ үҫһен өсөн, тине:
- Теперь Счетная палата, как Вы и сказали, смотрит еще и на исполнимость и результативность выполнения стратегических целей страны и национальных проектов. И сейчас для выполнения национальных проектов мы работаем с контрольно-счетными палатами субъектов Российской Федерации в отношении их сегмента региональных национальных проектов или государственных программ, которые являются звеном исполнения национальных проектов. Поэтому у нас, я повторяю, это такая единая система.
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vladimir-Putin-Be-g-milli-proekttar-ma-sattarina-lg-sherg-yar-am-itege-75828/
Читайте нас: