+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
17 Ғинуар 2020, 13:00

Оҙон ғүмерле булыр өсөн һаулыҡ кәрәк

Владимир Путин быйылғы Хатында ла һаулыҡ һаҡлау темаһына урын бүлде. Үҙ яғығыҙҙа күреп тораһығыҙҙыр, хәҙер ФАП-тар ҡабаттан тергеҙелә, ауылдарға белгестәр килә, ҡорамалдар ҡайтарыла.

- Былтыр Рәсәйҙә уртаса ғүмер оҙонлоғо 73 йәшкә етте. Был социаль һәм иҡтисади үҙгәрештәр, сәләмәт тормошто таратыу, спортты үҫтереү һөҙөмтәһе. Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау системаһындағы эштәр ҙә булышлыҡ иткәндер. Хәҙер беренсел ярҙам күрһәтеү звеноһына ҙур иғтибар бирергә кәрәк.
Мин Бөтә Рәсәй халыҡ фронтынан ФАП-тарҙы йыһазландырыуҙы, төҙөү һәм ремонтлауҙы контролләүҙе һорайым. 1 июлдән был звеноны яңыртыу программаһы эшләй башлаясаҡ.
Ил төбәктәренә бәләкәй ҡалаларҙа, ҡасаба-ауылдарҙа эшләүсе табиптар, фельдшерҙарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итергә ҡушам.
Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булырға тейеш түгел.
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Prezident-M-r-g--tnam-e-O-on--merle-bulir-s-n-auli-k-r-k-77632/
Читайте нас: