+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Ғинуар 2020, 14:00

Путинды юғалтҡандар

Берлинда үткән Ливиялағы хәл буйынса конференцияла фото төшөр алдынан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың юҡ икәнен аңлап ҡалалар.

Был хәл Германия канцлеры Ангела Меркелде һәм Франция Президенты Эммануэль Макронды борсоуға һала. Был турала Sputnik Франция хәбәр итә.
Меркель менән Макрон бер-береһенә һораулы ҡараш ташлағандан һуң, Германия канцлеры Путин менән бергә йәнәш торорға тейешле Антониу Гутерриштан уның ҡайҙалығын һорай.
Рәсәй Президенты бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғына килеп етә лә, Меркель уға ҡайҙа торорға кәрәклеген күрһәтә.
Наркас Алсынбаева.
https://ataysal.rbsmi.ru/news/Putindi-yu-alt-andar-83242/
Читайте нас: