Парламентарий был һорау менән Хөкүмәт Башлығына урындағы үҙидаралыҡты үҫтереү буйынса Совет ултырышы барышында мөрәжәғәт итте.
«Иң яҡшы муниципалитеттарҙы дәртләндереүгә килгәндә, мин тәҡдим менән килешәм. Яҡшы муниципаль тәжрибә буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының фондын арттырып ҡына ҡалырға түгел, ә быны һиҙелерлек, етди итеп эшләргә һәм әлеге 40 миллиондан 1 миллиард һумға тиклем күтәрергә кәрәк», - тине Путин.
Шулай уҡ Кидяев Хөкүмәт Башлығына 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән бәләкәй ҡалалар һәм тарихи объекттары булған ҡала биләмәләрен уңайлы мөхит булдырыу буйынса конкурста ҡатнашыуға ҡушыу һәм был категориялар өсөн 10 миллиард һум күләмендә өҫтәмә финанслау бүлеүҙе күҙалларға тәҡдим итте. «Бындай ҡарар ҡабул итеү яҡшы һөҙөмтәләр бирәсәк, шуға күрә аҡсалар һуңғы тиненә тиклем ҡалаларҙы үҫтереүгә һәм тарихи иҫтәлекте һаҡлауға йүнәлтеләсәк», - тип билдәләне Кидяев. Был тәҡдимде Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хуплап сыҡты.