РФ Президенты Владимир Путин совет һәм Рәсәй ғалимы, Новгород Русе һәм ҡайын туҙҙарында яҙылған грамоталарҙы тикшереүсе, Рәсәй Фәндәр академияһы ағзаһы Валентин Янин вафат булыуы сәбәпле ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе. Телеграмма дүшәмбе, 3 февралдә, Кремлдең матбуғат сайтында баҫылып сыҡты.
«Академик Янин бөйөк ғалим, Боронғо Рәсәйҙе өйрәнеүсе иң билдәле белгестәрҙең береһе ине. Сағыу фәнни ҡаҙаныштар, бөтә донъяға билдәле тикшеренеүселәр мәктәбе, һәләтле уҡыусылар плеядаһы уға ихтирам һәм һөнәри танылыу яуларға ярҙам итте. Янин «Новгород туҙ грамоталары»н өйрәнеп беҙгә тотош бер дәүерҙең ғәжәйеп донъяһын асты, - тип билдәләне Президент. – Иҫ киткес кеше хаҡында яҡты иҫтәлек яҡындары, дуҫтары һәм коллегалары күңелендә мәңге һаҡланыр».
Ғалим 2 февралдә 91-се йәшендә вафат булды.