Кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә «Мәғариф», «Һаулыҡ һаҡлау» һәм «Һанлы иҡтисад» милли проекттары сиктәренең айырым блоктары бағышланған. Был теманы Рәсәй Башлығы Федераль йыйылышҡа булған мөрәжәғәтнамәһендә лә ҡуҙғатҡайны. Ул яһалма интеллект өлкәһендә һәм башҡа юғары технологиялар йүнәлешендә лә белгестәр әҙерләү кәрәклеген билдәләне.
Шулай уҡ медицинаға ла айырым иғтибар бүленде. Унда кадрҙар етешмәүен бөтөрөү һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялауҙа ярҙам итәсәк. Бынан тыш, ил Башлығы фекеренсә, барлыҡ медицина белгестәренә лә өҙлөкһөҙ квалификацияларын күтәреү мөмкинлеге булдырырға кәрәк. Парламентарийҙарға мөрәжәғәт итеп, Путин медицина вуздарының ординатураларына дефицит һөнәрҙәр буйынса маҡсатлы ҡабул итеүҙе икеләтә арттырырға тәҡдим итте. 2020 йылдың ғинуар аҙағында Липецк өлкәһенең Усмань ҡалаһында йәмәғәтселек менән осрашҡанда Путин студент-медиктар нисәнсе курста уҡыуына ҡарамаҫтан, ағымдағы уҡыу йылында уҡ маҡсатлы уҡыуға күсә алыуын билдәләне.