+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
7 Февраль 2020, 13:00

Путин һәм Сәүд Ғәрәбстаны короле ОПЕК+ форматында эшмәкәрлекте координациялауға әҙерлеген раҫланы

Яҡтар углеводородтар баҙарындағы хәлдәр буйынса фекер алышты.Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Сәүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән бен Абдель Әзиз Әл Сәүд донъя баҙарындағы углеводородтарға бәйле ағымдағы хәлдәр буйынса фекер алышты һәм ОПЕК+ форматында эшмәкәрлекте координациялауға әҙерлектәрен белдерҙе.

Был турала Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
«Сәүд яғы инициативаһы менән Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Сәүд Ғәрәбстаны короле Сәлмән бен Абдель Әзиз Әл Сәүдтың телефон аша һөйләшеүе үтте. Донъя баҙарындағы углеводородтарға бәйле ағымдағы хәлдәр бик ентекләп тикшерелде. Ике яҡ та ОПЕК+ форматында донъяның нефть баҙарында тотороҡлоҡ булдырыу буйынса эшмәкәрлекте координациялауға әҙерлектәрен белдерҙе».
Кремлдән белдереүҙәренсә, һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар төрлө кимәлдә бәйләнештәрҙе дауам итергә килеште.
Читайте нас: