+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
8 Февраль 2020, 13:00

Фән һәм инновациялар өлкәһендә йәш ғалимдар араһынан 2019 йыл өсөн Президент премиялары лауреаттары билдәле булды

Владимир Путин «РФ Президентының 2019 йыл өсөн фән һәм инновациялар өлкәһендә йәш ғалимдарға премиялар биреү тураһында»ғы Указға ҡул ҡуйҙы.

Йәш ғалимдарға йыл һайын бирелә торған премия 2008 йылда булдырылды. Лауреаттар илебеҙ фәнен үҫтереүгә индергән өлөшө, иҡтисад һәм социаль өлкәләрҙе инновацион үҫеш менән тәьмин итеүсе һәм илебеҙҙең оборона мөмкинлектәрен нығытыусы яңы техника һәм технологиялар өлгөләрен булдырғаны өсөн бүләкләнә.
Лауреаттарҙың исемен Президент ярҙамсыһы Андрей Фурсенко иғлан итте.
2019 йыл өсөн Президент премиялары лауреаттары исеменә:
- Веракса Александр Николаевич, психология фәндәре докторы – мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һәм мәктәп уҡыусыларының когнитив үҫеше буйынса тикшеренеүҙәре өсөн;
- Макаров Сергей Владимирович, физика-математика фәндәре докторы – нанофотоника ярымүткәргестәре нигеҙендә нанофазалы оптик ҡоролмаларға яңы платформалар уйлап тапҡан өсөн;
- Ширманова Марина Вадимовна, биология фәндәре кандидаты – яман шеш процестарын флуоресцент биолиджинг ысулдары менән тикшеренеүҙәре өсөн лайыҡ булды.
Читайте нас: