+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
9 Февраль 2020, 13:00

Путин: Конституцияға төҙәтмәләр – тормош талабы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Вологда өлкәһендә йәмәғәт вәкилдәре менән осрашыу ваҡытында Рәсәй Конституцияһына тәҡдим ителгән төҙәтмәләр уның вәкәләттәрен оҙайтыу өсөн түгеооеге тураһында аңлатып китте. Ил Башлығы булып эшләү ваҡытында ул ҡайһы бер нәмәләрҙең кәрәгенсә эшләмәүен аңлатты.

«Тәҡдим ителгән төҙәтмәләр, минеңсә, тормош талабы булып тора», - тине Президент 4 февралдә Череповец ҡалаһында йәмәғәтселек менән осрашҡанда. Ул осрашыуҙы «Рәсәй 24» каналы тура эфирҙа күрһәтте.
Владимир Путин теге йәки был өлкәләге белгестәр уға һорауҙар биреүе тураһында һөйләне.
«Хәлде яҡшыртыу өсөн нимәлер эшләргә кәрәклеген улар күреп һәм һиҙеп тора. Мин тәҡдим иткән төҙәтмәләр менән дә шул уҡ хәл, - типКонституцияға төҙәтмәләр индереүҙе образлы аңлатып китте ил Башлығы. – Төҙәтмәләр ҙә, башҡа нәмәләр ҙә туҡталып ҡалмаҫҡа тейеш, әлбиттә. Бөтәһен дә тейешенсә ойоштороу мөһим. Бәхәстәрҙең шундай киң фронтта алып барылыуы минең өсөн ҡыуаныслы хәл, сөнки был процесҡа күберәк кеше йәлеп ителгән һайын, Конституция ла, индерелгән төҙәтмәләр ҙә шул тиклем халыҡсаныраҡ буласаҡ», - тине Путин.
Ул шулай уҡ Конституцияға индерелгән төҙәтмәләрҙә ғәҙәти булмаған бер нимә лә юҡлығын белдерә: «Конституция өҫтөндә эш 6 ай ҙа 1 аҙна дауамында барҙы, унда инде 15 тапҡыр төҙәтмәләр индерелде. Был юлы илдең Төп законына төҙәтмәләрҙе әҙерләү 3-3,5 айҙан артмаҫ тип уйлайым».
Читайте нас: