+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
10 Февраль 2020, 13:50

Путин Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетын 60 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы университетын (РУДН) 60 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы. Ҡотлау телеграммаһы шәмбе көн Кремлдең сайтында баҫылды.

«Теүәл 60 йыл элек РУДН яңы ғына бойондороҡһоҙлоҡ яулаған Азия, Африка һәм Латин Америкаһы илдәренән килгән йәштәргә үҙ ишектәрен асты һәм улар өсөн тыуған йорттарына әйләнде. Бында белем алып сыҡҡандарҙың күбеһе беҙҙең илдә уҡыған йылдарын, уҡытыусыларын һәм дуҫтарын йылылыҡ менән иҫкә алалар, тип уйлайым», - тиелә ҡотлауҙа.
Президент ошо йылдар эсендә университеттың иҡтисад өлкәһенән алып филология өлкәһенә тиклем меңәрләгән квалификациялы белгестәр әҙерләүен, халыҡтар дуҫлығын, төрлө милләт һәм мәҙәниәт вәкилдәре араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға ҙур өлөш индереүен билдәләп үтте, бөгөн дә РФ вуздары араһында иң яҡшыһы булыуы менән ҡыуаныуын белдерҙе.
РУДН – Рәсәйҙәге иң эре фәнни-уҡытыу үҙәктәренең береһе. 1960 йылдың 5 февралендә СССР Министрҙар Советының һәм КПСС Үҙәк комитетының Мәскәүҙә Халыҡтар дуҫлығы университеты (УДН) булдырыу тураһында ҡарары сыға. Уның билдәле сығарылыусылары араһында РФ Сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова, йәмәғәт эшмәкәре Ирина Хакамада, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Григорий Балыхин бар.
Читайте нас: