«Торлаҡ төҙөү Президент эшенең өҫтөнлөклө өлкәләренең береһе булып тора», - тип хәбәр итте Дәүләт Башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков. – Путин бөгөн эш буйынса эске осрашыуҙар һәм кәңәшмәләр уҙғарҙы. Улар араһында министр Якушев менән осрашыу ҙа бар. Төҙөлөш, торлаҡ төҙөү һәм барлыҡ ошо өлкә менән бәйле мәсьәләләр - Президенттың иғтибар үҙәгендә, был уның эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө өлкәләрҙең береһе булып тора». Песков шулай уҡ был теманың «милли проекттарҙа ҡуйылған маҡсаттарға ҡағылышлы» булыуын да билдәләне.