+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
15 Февраль 2020, 12:00

ВЛАДИМИР ПУТИН БЮРОКРАТИЯҒА ҠАРШЫ

Дәүләт башлығы Владимир Путин министрҙар алдында тотҡан телмәрендә бюрократия күренештәренә кәртә ҡуйыу йәһәтенән ыңғай үҙгәрештәр көтөүе тураһында белдерҙе.

Президент әле төрлө административ ғәмәлдәрҙе ҡулайлаштырыу буйынса эш алып барылыуы тураһында яҡшы хәбәрҙар, был саралар артабанғы һөҙөмтәле эшкә булышлыҡ итер, тигән ышаныста. Шул уҡ ваҡытта, уның фекеренсә, үҙгәрештәрҙә ил граждандары ҡатнашырға тейеш.
“Ҡыҫҡаһы, хөрмәтле коллегалар, һеҙҙән бөтә йүнәлештәрҙә бюрократия күренештәренән ҡотлоу буйынса ысын алға китеш көтәм, сөнки был граждандар яғынан күрһәтелгән ышаныстың нигеҙен тәшкил итә”, – тине Владимир Владимирович.
Дәүләт башлығы билдәләүенсә, күрелгән саралар һөҙөмтәһендә милли проекттар буйынса эш сифаты ла яҡшырасаҡ, уларҙы тормошҡа ашырыу йылдамлығы ла артасаҡ.
https://moradim.rbsmi.ru/
Читайте нас: