+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
16 Февраль 2020, 14:00

ПУТИН ИЛ ИҠДИСАДЫНЫҢ ТӨП БУРЫСЫН БИЛДӘЛӘНЕ

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы инвестиция циклын башлап ебәрергә бойороҡ бирҙе. Был рәсәй иҡдисадына уртаса донъя тиҙлегенән тиҙерәк үҫергә ярҙам итәсәк.

"Иҡдисадтың көнүҙәк мәсьәләһе — яңы инвестиция циклын башлап ебәреү, инвестиция тиҙлеге 5-тән кәм түгел, йәғни 5–7% булырға тейеш. Ул саҡта иҡдисад үҫеше донъяуи кимәлдән юғарыраҡ буласаҡ. Был юҫыҡта мин Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән Рәсәй Банкының бергә эшләүенә ышанам", — тине дәүләт башлығы.
Путин, шулай уҡ, инвестиция пунктарының һәр проценты өҫтәмә эш урындарын булдырыуға, иҫкеләрен модернизациялауға, үҙ эшенең профессионалы булған һәм юғары квалификациялы кадрҙарҙарға лайыҡлы эш хаҡы түләү мөмкинлеген бирәсәк, тип өҫтәне.
Президент һүҙҙәренә ҡарағанда, иҡдисадтың юғары тиҙлектә үҫеүе социаль үҫешкә йүнәлеш бирәсәк. Был, үҙ сиратында, халыҡтың килемен арттыра һәм Рәсәй өсөн мөһим булған демографияны яҡшы яҡҡа үҙгәртә.
Автор: Эльмира Киеккужина.
https://hakmar.rbsmi.ru/news/Putin-il-i-disadini-t-p-burisin-bild-l-ne-120111/
Читайте нас: