-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
17 Февраль 2020, 13:00

Украина етәксеһе Владимир Путин менән һөйләшергә теләне...

Беҙ Украина яғынан барлыҡ хәбәрҙе лә ваҡытында һәм теүәл ишетеп йөрөйбөҙ. Шунлыҡтан телефон аша һөйләшеүҙә лә Рәсәй Президенты һорауҙы тура ҡуйҙы: "Киев "Минск килешеүе"н аныҡ үтәргә йыйынамы, юҡмы?"

Был ике Президент 2019 йылдың 9 декабрендә Парижда, "норманд форматы" буйынса саммитта ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы ғәмәлгә ашырыу темаһына туҡталды.
Әллә һөйләшеүҙәр ярҙам итмәйме, әллә һөйләшә белмәйҙәрме - Украинала һаман тотороҡлолоҡ һиҙелмәй. Владимир Путин менән Владимир Зеленский тотҡондар менән алмашыу тураһында ла фекер алышты.
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы киң билдәләнә. Шуға бәйле, Рәсәй был еңеүгә Советтар Союзының һәр халҡы ҙур өлөш индереүен белдерә һәм тарихи хәҡиҡәтте боҙмаҫҡа саҡыра.
Бынан тыш, һөйләшеүҙә Владимир Путин Псков өлкәһендәге юл фажиғәһендә Украина граждандары һәләк булыуына ҡарата ҡайғы уртаҡлашыуын да белдерҙе.
Фото: Твиттер.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Ukraina-et-kse-e-Vladimir-Putin-men-n--yl-sherg-tel-ne-124648/
Читайте нас: