«Һеҙ ялҡынланып, эшкә бар күңелегеҙ менән бирелеп хеҙмәт һалаһығыҙ, эстрада сәнғәтен яратыусыларға иҫ киткес йырҙарығыҙҙы ҡыҙғанмай бүләк итәһегеҙ. Һәр ваҡыт талантлы, моңло һәм танылған – уларҙы төрлө быуын вәкилдәре яратып тыңлай», - тип билдәләне Президент 19 февралдә Кремль сайтында баҫылған ҡотлау телеграммаһында.
Юрий Антонов 1945 йылдың 19 февралендә Ташкент ҡалаһында тыуған. Рәсәй йырсыһы, шағир һәм композитор. «Хыялға ышан» («Поверь в мечту»), «Һағыштан шатлыҡҡа тиклем» («От печали до радости») исемле альбомдар яҙҙырған, «Ҡатын-ҡыҙҙы һаҡлағыҙ» («Берегите женщин»), «Алйоттар йомала үлә» («Дураки умирают по пятницам») фильмдарына көйҙәр авторы. РФ атҡаҙанған сәнғәт эшлеклеһе (1993), РФ халыҡ артисы (1997), 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2005), Почет (2010), Дуҫлыҡ (2015), Франциск Скорина (Белоруссия, 2010) ордендары менән бүләкләнгән.