+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
21 Февраль 2020, 14:50

Путин Ангела Меркелгә ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе

Путин Германияның Ханау ҡалаһындағы атыштар ваҡытында кешеләр һәләк булыу айҡанлы Ангела Меркелгә ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе. Атыш һөҙөмтәһендә 9 кешенең ғүмере өҙөлгән.

20 февралдә Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция президенты Эмманюэль Макрон һәм Германия канцлеры Ангела Меркель менән телефон аша һөйләшеү ваҡытында Ханау ҡалаһындағы атыштар һөҙөмтәһендә ҡорбандар булыу айҡанлы ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе. Был турала кесаҙна Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
«Владимир Путин Ангела Меркелгә Германияның Ханау ҡалаһындағы атыштар ваҡытында кешеләр һәләк булыуы айҡанлы ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе», - тиелә мәғлүмәттә.
Шаршамбы, 20 февралдә, урындағы ваҡыт менән 22.00 сәғәттә (Мәскәү ваҡыты менән 00.00 сәғәттә) Ханау кешеһе Тобиас Р. ҡаланың көнбайышында урынлашҡан Хоймаркт урамындағы кальяндар бинаһында ут аса, бер нисә кеше үлә. Ут асыусы машинаһына ултырып ҡаса. Артабан ул ҡаланың Кессельштадт районындағы тағы ла бер кальяндар бинаһына һөжүм итә. Атыштар һөҙөмтәһендә туғыҙ кешенең ғүмере өҙөлә. Таңға табан полиция енәйәтсенең Кессельштадтағы фатирында тағы ла ике кешенең – ут асыусының һәм әсәһенең кәүҙәләрен таба. Алдан үткәрелгән тикшереүҙәр был енәйәттәр хоҡуҡи-экстремистик мотивтар етәкселегендә эшләнгән, тип фаразлай.
Читайте нас: