Хөкүмәт Башлығы Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәтенән милли проекттарҙы коррупциянан һаҡлауҙы ойоштороуҙарын талап итте һәм «бик ҙур финанс ағымдары»ның үтеүен ҡаты күҙәтеү аҫтына алыуҙың мөһим эш булыуын билдәләне. Президент әйткәнсә, бер үк ваҡытта хөкүмәт һәм коммерцияның айырым структураларының эшенә ҡамасауламаҫҡа кәрәк.
12 февралдә Рәсәй Башлығы иҡтисадтың сифатлы һәм тотороҡло үҫешен тәьмин итеү мәсьәләһен ҡуйҙы. Ул илебеҙҙә яңы инвестициялар циклын булдырырға ҡушты.
2019 йылдың аҙағында Путин Рәсәй иҡтисадының үҫеше киләһе өс йылда тотороҡло булырға тейеш, тигәйне. Уның әйтеүенсә, уның үҫеш тиҙлеге әле ҡәнәғәтләнерлек түгел.