-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
23 Февраль 2020, 14:00

Путин һәм Сечин Лукашенко менән нефть буйынса һөйләшеүҙәр һөҙөмтәләрен ҡараны

«Роснефть» башлығы Игорь Сечин РФ Президенты Владимир Путинға Белоруссия президенты Александр Лукашенко менән һөйләшеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен еткерҙе. Был турала Хөкүмәт Башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итте.

«Роснефть» Белоруссияға төп нефть оҙатыусы булып тора. 2019 йылда ғына Минскиға 8,8 миллион тонна нефть оҙатыла – был илебеҙҙең яғыулыҡты импортҡа сығарыуының яртыһын тәшкил итә. Рәсәй компанияһы Белоруссия иҡтисадының иң эре инвесторы булып тора.
Сечин менән Лукашенконың осрашыуы был аҙна башында үткәйне. «Роснефть» башлығы һәм Белоруссия президенты энергетика өлкәһендәге артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен ҡараны. Сечин Минск менән ышаныслы мөнәсәбәттәрҙе яҡшы баһалай.
Элек хәбәр ителгәнсә, Александр Лукашенко Игорь Сечин менән осрашыу ваҡытында «Роснефть» менән артабан да хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүҙәренә өмөтләнә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песковтың Мәскәү һәм Минск яғыулыҡ ресурстарын поставкалау буйынса аралашыуҙарын артабан да дауам итәсәк, тип белдереүен Nation News яҙғайны инде. Сочи ҡалаһындағы осрашыу барышында ике ил башлығы ла үҙ-ара уртаҡ тел тапты, тип билдәләне Дмитрий Песков.
Читайте нас: