«Буддизмға табыныусылар өсөн төп байрамдарҙың береһе булған яҡты байрам тәбиғәттең яңырыуын, кешеләр күңелендә гармония һәм изге уйҙар тыуыуын сағылдыра. Дингә табыныусыларҙы был боронғо дин рухи һәм әхләҡи сығанаҡтарға, уның мәңгелек йолаларына һәм ҡиммәттәренә иғтибар бүлергә өндәй», -тиелә Кремль сайтында баҫылған ҡотлау телеграммаһында.
Путин, Рәсәй буддистары ата-бабалары йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай һәм быуындан-быуынға тапшыра, тип билдәләне. Хөкүмәт Башлығы белдереүенсә, улар илебеҙ тормошонда әүҙем ҡатнаша, милләт-ара һәм дини-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә тос өлөш индерә, хөкүмәт һәм йәмәғәт ойошмалары менән һөҙөмтәле аралашыуҙарҙы нығытыуға даими иғтибар бүлә.
«Киләһе йылдың һеҙҙең өсөн бәхетле һәм имен булыуын, изге эштәрҙә һәм башланғыстарҙа уңыштар алып килеүен теләйем», -тип әйтелә ҡотлау хатында.