Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, InfoWatch компаниялар төркөмө президенты Наталья Касперская Рәсәй Федерацияһының Төп Законына ил граждандарының мәнфәғәттәрен яҡлау тураһындағы төҙәтмәләрҙе индереү хаҡындағы тәҡдим менән сыҡты.
«Мин 90-сы йылдарҙа Конституция яҙылған ваҡытта булмаған теманы дауам итергә теләйем, сөнки мәғлүмәттәр әйләнеше һәм граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлау – был, миңә ҡалһа, дәүләт эше һәм дәүләт ҡарамағында булырға тейеш», - тине Наталья Касперская.
«Был – бик мөһим. Мин был мәсьәләлә һеҙҙең менән тулыһынса килешәм», - тип билдәләп үтте Владимир Путин.
Тәҡдим ителә торған төҙәтмәләрҙе индереү тураһындағы ҡарарҙы ил халҡы дөйөм Рәсәй тауыш биреүендә ҡабул итәсәк. Президент был көндө ял көнө тип иғлан итте.
Фото: mqazeta.com сайтынан.