Федерация Советы ағзаһы Светлана Горячева осрашыу барышында «лайыҡлы тормош кимәле»н булдырырлыҡ йәшәү минимумы һәм минималь эш хаҡы тураһындағы һорауҙарҙы Төп Законға индереү инициативаһы менән сығыш яһаны. Шулай уҡ ул бындай нормаларҙы федераль ҡануниәттә лә нығытыу мөмкин булыуы хаҡында әйтеп үтте.
« Тейешле индексацияларҙы һәм ҡулланыусылар кәрзинен ваҡытында үҙгәртеп тороу буйынса Хөкүмәт бурыстарын Федераль закондарҙа аныҡ билдәләргә кәрәк, минеңсә», -тине Путин. Шул уҡ ваҡытта Ил Башлығы билдәләнгән положениеларҙы Конституцияла аныҡ ҡына билдәләп буламы, тигән һорауға тулы яуап бирә алманы.
Уның фекеренсә, «лайыҡлы тормош кимәле» төшөнсәһе Хөкүмәткә уны киңерәк аңлатыу мөмкинлеге бирә. «Был бик матур яңғырай, тик ул дөйөм формулировка ғына», - тип иҫәпләй ил Башлығы.