+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
28 Февраль 2020, 12:00

«Бөтәһе лә дөйөм дәүләт проекттары һөҙөмтәһе»

Президент Владимир Путин Төньяҡ Осетия-Алания республикаһы башлығы Вячеслав Битаров менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Улар төбәктәге социаль-иҡтисади хәл тураһында фекер алышты.

Вячеслав Битаров белдереүенсә, дөйөм дәүләт проекттары ярҙамында быйыл балалар баҡсаларына сират бөтөрөлгән тиерлек. Моздокта балалар баҡсаһы асылған, унда, нигеҙҙә, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары йөрөйәсәк. Улар сиратта торған һәм бөгөнгө көнгә ул сират бөтөрөлгән. Был дөйөм дәүләт проекттары ярҙамында мөмкин булған.
- Мәктәптәрҙә тулыһынса өсөнсө смена бөтөрөлдө. Бөтәһе лә тиерлек беренсе сменала шөғөлләнә, икенсе смена әлегә бер нисә мәктәптә ҡала. Бынан тыш, яңы, хәүефһеҙ, сифатлы юлдар төҙөлә. Беҙҙә демография уңышлы хәл ителә, шуға күрә, өҫтәмә мәктәптәр төҙөргә кәрәк. Улар беҙҙең өс йыллыҡ бюджетта ҡаралған, беҙ төҙөйбеҙ һәм бөтә аҡсалар ҙа үҙләштерелә. Шуға күрә, был – ил өсөн дә, бөтә төбәктәр , айырым алғанда, беҙҙең төбәк өсөн дә бик мөһим дөйөм дәүләт проекттары, - тине Вячеслав Битаров.
Фото: kremlin.ru.
Читайте нас: