Төрөк лидеры беҙгә башлыса Сүриәләге көрсөк, тураһын әйткәндә, һуғыш хаҡында һөйләшергә килә шикелле. Интернеттан күрҙек инде: Эрдоган әфәнде ярһып-ярһып, Сүриәлә беҙҙең юлға ҡаршы сыҡмағыҙ, тигән кеүек хәбәрҙәр һөйләне. байтаҡ ҡына ттөрөк һалдаты һауанан бомбаға тотоуҙа һәләк булған. Ә бомбаны кем ырғытҡан?...
Әле Сүриәнең Идлиб биләмәһендә ҡан ҡойош бара. Сүриә ғәскәрҙәре (беҙ улар яҡлы) Төркиәнекен утҡа тота. Рәжәп Эрдоган Рәсәй Президенты менән осрашыуында был һуғышты туҡтатыуға өлгәшеүҙәренә өмөтләнеүен белдергән. Владимир Путин да, әлбиттә, һуғыш яҡлы түгел. Ул нимә тиер?
Әгәр ҙә бер фекергә килә алмаһалар, көрсөк тағы киҫкенләшерме? Төркиә диңгеҙҙәренә, арзан ялға йәғни, тағы ҡапҡа ябылмаһа ярай ине? Шундай һүҙ ҙә йөрөй.
Фото: ТАСС.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова.