+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
6 Март 2020, 14:35

Путин һәм Эрдоган үҙ-ара Идлибтағы хәл буйынса килеште

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм уның төрөк коллегаһы Рәжәп Тайып Эрдоган Идлибтағы хәл буйынса һөйләшеп килеште. Был турала ике яҡтың осрашыу йомғаҡтары буйынса Рәсәй Башлығы белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы.

Путин Мәскәүҙең Сүриәләге хәлдәр буйынса төрөк партнерҙары менән ҡайһы ваҡыт килешмәүен белдерҙе. «Әммә ниндәй генә киҫкен хәл килеп тыуһа ла, мөнәсәбәттәрҙең юғары кимәлдә булыуына нигеҙләнеп, беҙ ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек ҡарар ҡабул итеп килдек», - тине Хөкүмәт башлығы һәм был осрашыуҙа ла шулай булыуын билдәләне.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса яҡтар уртаҡ килешеүгә килде. Президент фекеренсә, Эрдоган менән килешеүҙәр Идлибтағы хәлде яйға һалыу өсөн яҡшы нигеҙ буласаҡ.
Ике ил Башлығының осрашыуы 5 мартта Кремлдә ябыҡ форматта үтте. Яҡтар «Сүриәләге хәлдең бар аспекттарын» да ҡараны. Рәсәй Президенты осрашыу башланырҙан алда Мәскәү өсөн Анкара менән мөнәсәбәттәрҙең ҡәҙерле булыуын билдәләне. Сүриә әрмеһенең ҙур күләмле һөжүмгә күсеүе сәбәпле, Идлибтағы хәл февраль аҙағында ҡатмарлашҡайны. Төркиәнең күҙәтеү постары фронт һыҙатының теге яғында ҡалғанлыҡтан, Анкара Дамасктан ғәскәрен кире алыуын талап итте һәм боевиктарға ярҙамын көсәйтте. Ә Сүриәнең Хәрби-һауа көстәре һөжүме һөҙөмтәһендә төрөктәрҙең бер нисә тиҫтә һалдаты вафат булғас, Төркиә төбәктә «Яҙғы ҡалҡан» операцияһы үткәреүе хаҡында хәбәр итте.
Фото Reuters агентлығынан алынды.
Читайте нас: