+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЙӘСӘТ
13 Март 2020, 11:00

Путин Краснодарҙа ауыл хужалығы прдукцияһын етештереүселәр форумында булды

12 мартта Рәсәй Президенты Владимир Путин Краснодар ҡалаһында булды.

Кремлдең Матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ил Башлығы Павел Лукьяненко исемендәге Милли иген үҙәгенең эше менән танышты. Был үҙәктең хеҙмәткәрҙәре иген культуралары селекцияһы өлкәһендә хеҙмәт һала.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәрҙең форумында ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Рәсәй аграрийҙары үҫемлекселек, малсылыҡ өлкәләрен үҫтереү, шулай уҡ аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына һәм ауыл кооперативтарына ярҙам саралары буйынса фекер алышты.
Читайте нас: